Башҡорт академия драма театры Екатеринбург ҡалаһында «Баллы, тирәкле Балтирәк» спектакле менән сығыш яһаны

Башҡорт академия драма театры Екатеринбург ҡалаһында «Баллы, тирәкле Балтирәк» спектакле менән сығыш яһаны

2018 йылдың 5-се ноябренән 15-се ноябренә тиклем Екатеринбург  ҡалаһында ХII Халыҡ-ара «Коляда-Plays» заманса драматургия театр фестивале уҙа, унда Рәсәйҙең 26 ҡалаһынан һәм сит илдәрҙән театрҙар заманса Рәсәй пьесалары буйынса иң ҡыҙыҡлы спектаклдәрҙе тәҡдим итәсәк. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры 10 ноябрҙә «Щелкунчик» балет театрында Ангиза Ишбулдина пьесаһы буйынса ҡуйылған «Баллы, тирәкле Балтирәк» спектакле менән сығыш яһаны.

Был фестивалдә Башҡорт академия драма театры театр өсөнсө тапҡыр ҡатнаша: 2016 йылда актер Руслан Хайсаров йәш драматург Ярослава Пулинович пьесаһы буйынса ҡуйылған «Йәнем, иртәгә яңы көн тыуыр» спектаклендәге Альберт роле өсөн «Иң яҡшы ир-егет роле» номинацияһында еңеүсе булды; 2017 йылда «Коляда-Plays» ХI Халыҡ-ара театр фестивалендә «Хыялға ҡаршы» спектакле менән режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев «Иң яҡшы режиссер эше» номинацияһында призға лайыҡ булды.

М.Чулкова «Театр гәзите»нең фестиваль сығарылышында былай яҙып үтә: «Баллы, тирәкле Балтирәк» спектаклендә актерҙар бирелгән материалды ғына уйнамай, улар унда үҙҙәренең хистәрен ҡушып, тамашасыларға уйланыу өсөн аҙыҡ бирә һәм уларҙа ошо темаға бәйле үҙ кисерештәрен уята. Актерҙарҙың ғәжәйеп һөйкөмлө булыуы сәхнә  әҫәрен тағы ла күркәмерәк итә».

Шул уҡ гәзиттә А.Высоцкой менән Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, спектаклдең режиссеры Алмас Әмировтың әңгәмәһе бар, ул унда пьесаны яҙыу тарихы тураһында һөйләй: “Был пьесаның донъя күреүенә мин үҙем дә бер ни тиклем сәбәпсе булып торам. Беҙ Башҡортостан Республикаһының йыраҡтағы бер ауылында фильм төшөргәндә, минең менән бер ҡыҙыҡлы хәл булып үтте. Был ауылға күпте күргән ике прапорщик  килеп төштө. Әйтергә кәрәк, ауыл бик төптә, ҡара урман эсендә ята,  унда барып етеүе бик ауыр.

Прапорщиктар - элеккеге афған һуғышында ҡатнашҡан хәрбиҙәр, пистолеттарын аҫып, әрменән икенсе тапҡыр ҡасып ҡайтҡан егет артынан килделәр. Улар киләләр ҙә, егеттең ҡулдарын ҡайырып бәйләп алып китергә ниәт итеп килгән, әммә улар быға тиклем күрмәгән ҡунаҡсылыҡҡа юлығалар – бал балы, тәмле ризыҡ, эсемлектәр, һөйләшеүҙәр... Быларҙың барыһы ла беҙ үҙебеҙ шаһит булдыҡ. Бер ваҡыт иртән, сәғәт биштәр тирәһендә мин ике прапорщиктың ауылса кейенеп алып  егеттең атаһы менән бергә бесән сабыуҙарын күрәм... Һөҙөмтәлә, улар унда өс аҙна йәшәп ташланылар, был урындан бер нисек тә ҡайтып китә алмайҙар, сөнки улар, әйтерһең, ваҡыт һәм арауыҡта юғалып ҡалғандар…».

Башҡорт академия драма театры артистары 12 йыл элек фестивалгә нигеҙ һалған, «Коляда-Театр»ҙың художество етәксеһе Николай Коляданың  «Коляда-Plays» заманса драматургия театр фестиваленең бер өлөшө булып торҙо.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb