Бөгөн Башҡорт ҡурсаҡ театры республика буйлап гастролгә сыға

Бөгөн Башҡорт ҡурсаҡ театры республика буйлап гастролгә сыға

Бөгөн, 9 августа, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры республика буйлап гастролгә юллана.

Коллектив «Берҙәм Рәсәй» партияһы булышлығында Нефтекама ҡалаһында, Үрге Йәркәй, Аҡъяр һәм Саҡмағош ауылдарында сығыш яһай. Ошо тораҡ пунктта йәшәүселәргә «Тоғро дуҫтар» (режиссер – Альберт Имаметдинов) һәм «Сыңҡылдаҡ себен» (режиссер – Борис Клюев, Яр Саллы ҡалаһы) спекталдәре күрһәтелә.

Шулай уҡ гастролдәр ваҡытында театр Яңауыл, Бөрө, Сибай ҡалаларында, Талбазы, Ҡырмыҫҡалы һәм Бишбүләк ауылдарында булырға ниәтләй.

Сентябрь аҙағында гастролдәр Октябрьский ҡалаһында, Салауат, Ҡыйғы, Мәсетле, Дыуан, Балаҡатай, Асҡын, Ҡариҙел райондарында дауам итә.

Сығанаҡ: Башкирский театр кукол отправится в гастрольный тур по республике

Бөгөн Башҡорт ҡурсаҡ театры республика буйлап гастролгә сыға
Бөгөн Башҡорт ҡурсаҡ театры республика буйлап гастролгә сыға

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb