М.Ғафури исемендәге Башҡорт театры «Гөлбостан» спектакленең премьераһына саҡыра

М.Ғафури исемендәге Башҡорт театры «Гөлбостан» спектакленең премьераһына саҡыра

1 һәм 2 февралдә М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры Ҡадир Даяндың «Таңсулпан» пьесаһы буйынса «Гөлбостан» спектаклен тәҡдим итә. Спектакль Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле сәхнәһендә күрһәтелә.

Ҡуйыусы-режиссер – театрҙың баш режиссеры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Айрат Абушахманов. Ижади төркөмдә шулай уҡ рәссам Альберт Нестеров, композитор Марат Фәйзуллин, хореограф Алина Мостаева, яҡтылыҡ рәссамы Илшат Саяхов, фольклор буйынса консультант Гөлгөнә Баймырҙина бар. Дамир Йосоповтың инсценировкаһы рус телендә яҙылған, башҡортсаға Динара Ҡәйүмова тәржемәләгән.

Спектаклдә актерҙар Гөлназ Хайсарова, Азат Вәлитов, Олег Ханов, Сара Буранбаева, Илдар Ғүмәров, Әхәт Хөсәйенов, Ирек Булатов, Алһыу Бәхтиева, Илдар Сәйетов, Зиләрә Юлтаева, Илсур Байымов, Урал Әминев, Айҙар Шәмсетдинов ҡатнаша. Күмәк сәхнәләрҙә: Илгизә Ғилманова, Морат Рафиҡов, Алмаз Йосопов, Гөлнара Ҡаҙаҡбаева, Артур Кәбиров, Гөлмирә Исмәғилева, Лилиә Ғәлина, Руслан Ғәлимов.

Сығанаҡ: https://kulturarb.ru/ru/news/bashkirskij-dramteatr-immgafuri-priglashaet-na-premeru-gulbustan 

М.Ғафури исемендәге Башҡорт театры «Гөлбостан» спектакленең премьераһына саҡыра
М.Ғафури исемендәге Башҡорт театры «Гөлбостан» спектакленең премьераһына саҡыра
М.Ғафури исемендәге Башҡорт театры «Гөлбостан» спектакленең премьераһына саҡыра
М.Ғафури исемендәге Башҡорт театры «Гөлбостан» спектакленең премьераһына саҡыра

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb