Башдрамға “Килен” төшә

Башдрамға “Килен” төшә

М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры 4 октябрь 104-се ижад миҙгелен йәш ижадсы Заһиҙә Мусинаның повесы буйынса “Килен”премьераһы менән асырға әҙерләнә.

Мелодраманы сәхнәгә театрыбыҙҙың режиссеры Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фирғәт Ғарипов сығара. Фирғәт Рәмил улы һуңғы йылдарҙа бик уңышлы эшләй. Уның байтаҡ спектаклдәре республика театрҙары сәхнәләренән тыш, күрше өлкәләрҙә лә уңышлы бара.

Әйткәндәй, июль уртаһында Заһиҙә Мусинаның повесы китап булып донъя күрҙе. Ҡотлайбыҙ!

-Тәүге китапты ҡулға алғас, ышанманым. Яҙышҡан кешеләр, моғайын, аңлар, китап сығарыу бер ҙә еңел эш түгел. Шуға "Килен" минең өсөн уңыш та, еңеү ҙә, шатлыҡ та! Бындай мөмкинлек өсөн Башҡортостан Яҙыусылар союзына айырыуса рәхмәтлемен! – ти автор.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb