Өфөлә Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры «Ай тотолған төндә» спектаклен тәҡдим итте

Өфөлә Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры «Ай тотолған төндә» спектаклен тәҡдим итте

Кисә, 25 ноябрҙә, «Нур» Өфө дәүләт татар театры сәхнәһендә Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры аристары Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндә» трагедияһын тәҡдим иттеләр.  Спектакль «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Кесе Ватан мәҙәниәте» проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылды.

Спектаклде Яҡутстандан танылған кинорежиссер һәм театр режиссеры, «Алтын битлек» театр премияһы лауреаты Сергей Потапов сәхнәләштерҙе. Сергей Потапов өсөн был — башҡорт телендә тәүге спектакль. Ләкин режиссер материалды һәйбәт белә, сөнки үҙ ваҡытында П. А. Ойунский исемендәге Саха академия театрында ошо спектаклдә Диуана ролен башҡарған.

Шулай уҡ, ҡуйыусы төркөмдә: ҡуйыусы-рәссам — Сулпан Азаматова, балетмейстер — Альмира Дорн, яҡтыртыусы- рәссам — Илшат Саяхов. 

Тәңкәбикә ролен — Башҡортостандың халыҡ артисы Фиҙәлиә Рәхимова, Диуананы — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илһам Рәхимов башҡара. Шулай уҡ, спектаклдә Фәнил Ҡарасурин, Гөлйемеш Ибраһимова, Нурзилә Сәлимгәрәева, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Илфир Баймырҙин, Марат Зөбәйеров, Сәлимә Солтангәрәева, Илнур Аджитаров, Рәсил Сынбулатов, Револь Ғималов, Илгиз Әкимбәтов, Ирек Ибраһимов ҡатнаша.

Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндә» трагедияһы 1963 йылда яҙылған. Ул – милли классикабыҙ өлгөһө, бер нисә быуын ижадсылар һәм тамашасылар тәрбиәләгән сәхнә әҫәре. «Ай тотолған төндә» тәүге тапҡыр 1964 йылда Башҡорт дәүләт академия драма театрында ҡуйыла. Бына хәҙер илле йылдан ашыу ул сәхнәләрҙән төшмәй. 

Сығанаҡ: https://kulturarb.ru/ru/news/bashdramteatr-sgtko-predstavil-v-ufe-spektakl-v-noch-lunnogo-zatmeniya-m-karima

Өфөлә Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры «Ай тотолған төндә» спектаклен тәҡдим итте
Өфөлә Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры «Ай тотолған төндә» спектаклен тәҡдим итте
Өфөлә Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры «Ай тотолған төндә» спектаклен тәҡдим итте
Өфөлә Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры «Ай тотолған төндә» спектаклен тәҡдим итте
Өфөлә Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры «Ай тотолған төндә» спектаклен тәҡдим итте
Өфөлә Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры «Ай тотолған төндә» спектаклен тәҡдим итте

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb