Башдрамтеатр «Бөйрәкәй» романын сәхнәләштерҙе

Башдрамтеатр «Бөйрәкәй» романын сәхнәләштерҙе

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипованың «Бөйрәкәй» роман-пенталогияһы буйынса спектакль сәхнәләштерҙе. 20 декабрҙә Баймаҡ ҡалаһының Халыҡ ижады үҙәгендә Таңсулпан Ғарипова романы буйынса «Бөйрәкәй. I өлөш» спектакленең премьераһы үтте. Спектаклдең ҡуйыусы режиссеры Айрат Абушахманов инсценировканы Ангиза Ишбулдина менән берлектә эшләгән. Спектаклдең рәссамы – Альберт Нестеров, композиторы – Рәмис Хәкимов, хореографы – Алина Мостаева, рәссам-яҡтыртыусыһы – Илшат Саяхов.

Ролдәрҙә: Римма Ҡаһарманова, Фәнис Рәхмәтов, Гөлназ Хайсарова, Зилиә Ситдиҡова, Лилиә Сәғитова, Айым Сөләймәнова, Тәнзилә Хисамова, Алмас Әмиров, Гүзәл Маликова, Алһыу Бәхтиева, Руслан Хайсаров, Юнир Ҡоланбаев, Азат Вәлитов, Артур Кәбиров, Зиләрә Юлтаева, Айҙар Шәмсетдинов, Линар Бәитов, Айнур Ғәбитов, Сабина Кирәева, Гүзәл Хәсәнова, Илүзә Күсәбаева һәм балалар – Самира Ҡоланбаева, Рамаҙан Ғәлимов, Алтынай Урманшина.

Өфө тамашасылары өсөн премьера киләһе йылдың башында күрһәтеләсәк.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb