Башдрамда "Килен" спектакленең премьераһы үтте

Башдрамда "Килен" спектакленең премьераһы үтте

М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә Заһиҙә Мусинаның повесы буйынса ҡуйылған “Килен” спектакленең премьераһы күрһәтелде.

Ҡуйыусы режиссеры – Фирғәт Ғарипов, БР атҡаҙанған артисы, ҡуйыусы рәссамы – Алина Нуриманова, композитор – Шәүрә Сәғитова, хореограф – Сулпан Асҡарова, БР атҡаҙанған артисы, инсценировка авторы – Зөһрә Бураҡаева, Ш.Бабич исемендәге Йәштәр республика дәүләт премияһы лауреты.

Ролдәрҙә: Лилиә Ғәлина, Сара Буранбаева, Эльвира Юнысова, Гөлфиә Рафиҡова, Гүзәл Маликова, Ирек Булатов, Айһылыу Йомағолова, Морат Рафиҡов, Айҙар Шәмсетдинов, Айым Сөләймәнова, Лилиә Сәғитова, Айнур Ғәбитов.

Тамашасы драманы йылы ҡабул итте. Яңы 104-се ижад миҙгеленең тәүге премьераһы ҙур аншлаг менән үтте.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb