Башдрам актеры Руслан Хайсаров документаль фильмда төшәсәк

Башдрам актеры Руслан Хайсаров документаль фильмда төшәсәк

 Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Руслан Хайсаров яңы документаль фильмда төшөүгә саҡырылған.

Документаль фильмдың исеме "Тарих селтәре".

Уны бөгөнгө көндә Мәскәү ҡалаһында йәшәп ижад итеүсе документаль фильмдар режиссеры Гөлназ Ғәлимуллина төшөрә.

Эстәлеге буйынса фильм милли кейемдәр, милли кейем мәғәнәһе, реконструкторҙар хаҡында буласаҡ.

Эшкә талымһыҙ, талантлы, һөнәрендә исеме танылған актер менән бер нисә кадр эшләнгән дә инде.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb