Баш ҡаланың Яҡутов паркында Кавказ халыҡтары мәҙәниәте фестивале уҙғарылды

Баш ҡаланың Яҡутов паркында Кавказ халыҡтары мәҙәниәте фестивале уҙғарылды

 Баш ҡаланың Яҡутов паркында икенсе тапҡыр Кавказ халыҡтары мәҙәниәте фестивале уҙғарылды. Сараның маҡсаты: Башҡортостанды төйәк иткән Кавказ халыҡтары мәҙәниәте менән таныштырыу.  

Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллина әйтеүенсә, был сарала көтөп алған ҡунаҡтарыбыҙ – балалар. Улар башҡа халыҡтарҙың нимә тураһында йырлағандарын, уларҙың милли кейемдәрен, милли биҙәүестәрен күреп, белеп үҫергә тейеш, тине.

Тамашаға килгән халыҡ дуҫлыҡ сәләмен юллаусыларҙы көслө алҡыштарға күмде. Һәүәҫкәр артистар, юғары уҡыу йорттарының бейеү ансамблдәре солистары тау халыҡтарының холоҡ-фиғелен,темпераментын бар матурлығында күрһәтеү оҫталығына иреште. Сәхнәлә профессиональ артистар ҙа сығыш яһаны.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb