Баш ҡалала «Өфө. Арт. Һөнәр. Сувенирҙар» күргәҙмәһе асыла

Баш ҡалала «Өфө. Арт. Һөнәр. Сувенирҙар» күргәҙмәһе асыла

5-10 декабрҙә Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһында «Өфө. Арт. Һөнәр. Сувенирҙар» күргәҙмәһе «ВДНХ-Экспо» майҙансығында  уҙа.

Экспозицияла республиканың барлыҡ райондарынан 300-ҙән ашыу оҫта ҡатнаша. Шулай уҡ Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан һәм күрше төбәктәрҙән алты тиҫтәгә яҡын һөнәрселәрҙе ҡаршы алыу көтөлә. Фестиваль барышында фольклор һәм бейеү коллективтары сығыш яһай, дефиле, башҡорт кухняһы дегустацияһы ойошторола.

Ҡунаҡтарға биҙәүестәр, һауыт-һаба, кейем-һалым, ҡулдан эшләнгән уйынсыҡтар һәм сувенирҙар тәҡдим ителә. Шулай уҡ, «Йыл һөнәрсеһе», «Йәш һөнәрсе», «Алтын ҡуллы оҫта», «Башҡорт шәле» конкурстары ла уҙғарыла. Сара барышында беренсе тапҡыр «Һөнәр мәктәбе» эшләйәсәк. Унда йөҙгә яҡын оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыу күҙаллана.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb