Баш ҡалала Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ

Баш ҡалала Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ

Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Өфөлә күренекле башҡорт шағиры һәм йәмәғәт эшмәкәре Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл барлыҡҡа килә.

Мәҙәниәт министрлығы иң яҡшы бюст проектын эшләүгә конкурс иғлан итте.

Һәйкәлде Киров урамында, «Башҡортостан» дәүләт концерт залы эргәһендәге биләмәлә ҡуялар.

Конкурста ҡатнашыуға ғаризаларҙы, проекттарҙы, аңлатма яҙмаларын, график материалдарҙы һәм смета-финанс иҫәптәрен авторҙар 2019 йылдың 28 ғинуарынан ҡалмай Октябрь проспекты, 148 адресы буйынса Башҡортостан Республикаһының Рәссамдар союзына тапшырырға тейеш. Тел. 8 (347) 284-42-47.

Конкурстың шарттары менән «Рәсәйҙең Рәссамдар союзы» бөтә Рәсәй ижади иҡжтимағи ойошмаһының Башҡортостан Республикаһы Төбәк бүлексәһе сайтында танышырға мөмкин.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb