Баш ҡала Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестиваленә әҙерләнә

Баш ҡала Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестиваленә әҙерләнә

25-26 октябрҙә Өфөлә Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестивале уҙғарыла. Сара халыҡ ижадын, башҡорт эпостарын Рәсәй халыҡтарының матди булмаған мәҙәни мираҫ өлгөһө булараҡ пропагандалау маҡсатында икенсе тапҡыр уҙғарыла. Фестиваль ике этаптан торасаҡ. Тәүҙә бәйгенең беренсе һайлап алыу туры Башҡортостан Республикаһыны ҡатнашыусылары араһында үтәсәк. Һайлап алыу туры ВКонтаке интернет селтәрендә «Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестивале» (Всероссийский фестиваль сэсэнов (сказителей) төркөмө аша үтә.(һылтанма https://vk.com/public170443720)
Заявкалар һәм видеояҙмалар 1сентябрҙан 15 октябрға тиклем ҡабул ителә. Икенсе этапҡа үтеүселәр күрше өлкәләрҙән, яҡын сит илдәрҙән килгән ҡатнашыусылар менән көс һынашасаҡ. Фестиваль сиктәрендә бик күп ҡыҙыҡлы саралар ҡарала: Бөтә Рәсәй сәсәндәр конкурсы, хәҙерге заманда сәсәнлек традицияһының үҫеше темаһына түңәрәк өҫтәл, республика рәссамдарының «Башҡорт халыҡ эпостары» темаһына һүрәттәр конкурсы, «Урал» халыҡ сәнғәте галереяһының «Урал батыр» эпосы персонаждарының кейеҙҙән тегелгән костюмдар коллекцияһы, журналистар өсөн теле-радио брифингтар ҡаралған. Шулай уҡ «Асыҡ тирмә» — ғалимдар ҡатнашлығында әйтеш өсөн майҙансыҡ, шағир-импровизаторҙар бәйгеһе ойошторола. Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестивале 2020 йылда Башҡортостанда үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек этаптарының береһе булып тора.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb