Башҡортостанда ял көндәрендә йәштәр өсөн ниндәй фестивалдәр уҙа?

Башҡортостанда ял көндәрендә йәштәр өсөн ниндәй фестивалдәр уҙа?

Ял көндәрендә республикала йәштәр өсөн бер нисә фестиваль ойошторола:

Күгәресен районында «Мораҙым — FEST — 2019» башҡорт йәштәре йыйыны үтә. Унда спорт ярыштары, концерт һәм дискотека була. Популяр музыкант Заһир Зәйнетдинов байрамдың төп ҡунағы итеп саҡырылған.

Ейәнсура районында «Аманат дуҫтарын йыя» фестивале уҙа. Унда танылған йырсылар Венер Абдуллин, Вилдан Яруллин сығыш яһай.

Ишембай районы Аҙнай ауылында «Ҡош юлы» бард фестивале ойошторола.

Йылайыр районында «Алға, Урал аръяғы» фестивалендә ҡатнашырға мөмкин. Уның барышында бокс оҫталары асыҡ беренселектә көс һынаша ала.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb