Башҡортостан фильмдары Бөтә Рәсәй фестивалендә еңеп сыҡты

Башҡортостан фильмдары Бөтә Рәсәй фестивалендә еңеп сыҡты

Үткән ялдарҙа Туапсе ҡалаһының «Орленок» балалар үҙәгендә XXIII Бөтә Рәсәй визуаль сәнғәт фестивале уҙҙы, ул күренекле режиссер Станислав Говорухин иҫтәлегенә бағышланды. Ошо тураһында «Шонҡар» Башҡортостан йәштәр журналы редакцияһы хәбәр итте.

Башҡортостандан танылған режиссер Руслан Юлтаевтың «Кластан тыш дәрес» фильмы бер юлы ике номинацияла еңеп сыҡты. «Кино сәнғәтендә балалар» номинацияһында төп ролде башҡарыусы Азамат Шаһисолтанов еңеүсе тип билдәләнде. Ә фильм режиссеры Руслан Юлтаев фестивалдең «Донъя изгелеге өсөн» тигән махсус премияһына лайыҡ булды. Шулай уҡ Башҡортостандан «Һеңлекәш» фильмы ла еңеүселәр рәтендә. Төп ролде башҡарыусы Марта Тимофеева «Иң яҡшы бала роле» номинацияһында еңеп сыҡты, ә фильм актеры һәм режиссеры Александр Галибин йәнә «Донъя изгелеге өсөн» махсус премияһына эйә булды.

Әйткәндәй, фстивалдә Рәсәйҙең 80 төбәгенән 4 меңгә яҡын бала, 120 билдәле актер һәм режиссер ҡатнашҡан.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb