«Баллы, тирәкле Балтирәк» спектакле «Коляда-Plays» фестивалендә ҡатнаша

«Баллы, тирәкле Балтирәк» спектакле «Коляда-Plays» фестивалендә ҡатнаша

Быйыл  5-15 ноябрҙә  Екатеринбурга «Коляда-Plays» халыҡ-ара заманса драматургия фестивале уҙасаҡ.

Фестивалдә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрының 12 йәштән өлкәнерәктәр өсөн тәғәйенләнгән «Баллы, тирәкле Балтирәк» спектакле  ингән.

Ангиза Ишбулдинаның лирик комедияһы тәүгә тамашасы хөкөмөнә быйыл яҙ тәҡдим ителгәйне.

… Ауыл юл уртаһында түгел, йылғаның арғы яғында ултыра. Бында бөтә нәмә бар – мәктәп тә, ауыл мәҙәниәт йорто ла, ферма ла, ике тиҫтә йорттар теҙелгән, ә бына кешеләр аҙ. Ултырған урыны – шәп! Ҡаланыҡылар арыған саҡтарында «Эх, бына ауылға һыпыртырға ине. Унда тәбиғәт ҡосағында рәхәт, тыныс» - тип әйтеп ҡуйған ваҡытта, улар тап ошо Балтирәк ауылын күҙ алдына килтерәләр.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb