Балаларҙы мультфильм төшөрөргә өйрәтәләр

Балаларҙы мультфильм төшөрөргә өйрәтәләр

Сибайҙа «Ибраһимкидс» балалар анимация һәм ҡыҫҡа метражлы фильмдар медиастудияһы эшләй башланы, унда һәләтле балаларҙы бушлай компьютер, рәсем һәм пластилин йәнһүрәттәр төшөрөргә өйрәтәләр. Был хаҡта ҡала хакимиәте һылтанмаһына таянып Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгендә һөйләнеләр.

 Социаль яҡланмаған граждандарға ярҙам итеү үҙәге проекты «Ышаныс» президент мәҙәни башланғыстар фонды конкурсында еңгәндән һуң федераль ярҙам ала. Шулай уҡ тәжрибәле педагогтар бында актерлыҡ һәм ораторлыҡ оҫталығы дәрестәре бирә.

Дәрестәргә яҙылыу 8-964-957-22-77 телефоны буйынса алып барыла.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb