«Балалар» йәнһүрәтенең дауамы буласаҡ

«Балалар» йәнһүрәтенең дауамы буласаҡ

«Балалар» йәнһүрәтенең яңы серияһы 2024 йылда Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында сыға. «Балалар» - 1-5 йәшлек балаларға һәм уларҙың ата-әсәләренә тәғәйенләнгән биш сериянан торған белем биреү контенты форматында башҡорт телендәге йәнһүрәт. Шулай уҡ ул уҡытыуҙың милли йүнәлешле балалар баҡсалары һәм учреждениелары тәрбиәселәренә, башҡорт теле туған тел статусында уҡытылмаған башланғыс класс балаларына ла файҙалы. Тәүге биш серия 2019 йылда Башҡортостан Башлығы грантына ярашлы эшләнгән, хәҙер иһә улар - егерме ете. Йәнһүрәттә, аралашыуҙан тыш, йырҙар башҡарыла. Һәр серия айырым темаға арнала, мәҫәлән, балаларҙы лексика, фонетика, тел структураһы нигеҙҙәренә өйрәткәндәр бар. Проекттың инициаторы һәм етәксеһе Рузилә Кинйәбулатова фекеренсә, әгәр һәр дүртенсе башҡорт был йәнһүрәтте ҡараһа, уны үҙенең балаһына күрһәтһә, башланғыс уңышҡа өлгәште тигән һүҙ.
-------------------------------------

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb