«Байыҡ» конкурсының Гран-при исеменә-Туймазы ҡалаһынан «Сәфәр» ансамбле коллективы лайыҡ булды

«Байыҡ» конкурсының Гран-при исеменә-Туймазы ҡалаһынан «Сәфәр» ансамбле коллективы лайыҡ булды

Күптән түгел, 21 июндә  Башҡортостанда «Байыҡ» башҡорт бейеүе республика телевизион конкурсы уҙҙы. «Байыҡ-2018» конкурсының гала-концерты Өфөнөң «Ватан» этно-паркында уҙғарылды. Туймазы ҡалаһынан «Сәфәр» ансамбле коллективы Гран-при яуланы.

Гала-концертта еңеүселәр, финалсылар, Татарстандың, Ҡырғыҙстандың, Осетияның, Чечен Республикаһының, Әстрхандың, Мәскәүҙең иң яҡшы 37 коллективы сығыш яһаны. Иң йәш ҡатнашыусыға өс йәш ине.

Фестивалде ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы, Өфө хакимиәте, «Башҡортостан» ТРК ДУП-һы.

Проекттың маҡсаты – башҡорт халыҡ бейеүен пропагандалау һәм һаҡлап ҡалыу, балалар араһында хореография сәнғәте ҡаҙаныштарын популярлаштырыу һәм таратыу.

Был бейеү бәйгеһе республикала художество сәнғәт үҫешенә тос өлөш индерә. Проект ярҙамында 150-нән ашыу яңы бейеү ҡуйылған. Ауыл клубтарында, мәктәптәрҙә, район балалар баҡсаларында балалар хореография ансамблдәре ойошторолған, улар, үҙ сиратында, йәш балетмейстерҙарҙың һөнәри үҫешенә булышлыҡ итә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb