«Байыҡ» балалар бейеүе Рәсәй төбәктәрен берләштерҙе

«Байыҡ» балалар бейеүе Рәсәй төбәктәрен берләштерҙе

Ысынлап та, ун йыл эсендә проект халыҡ-ара статусҡа эйә булды. Төрлө йылдарҙа Ирландия, Төркиә, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Чечня, Ҡабарҙы-Балҡар, Греция, Осетия, Ҡалмыҡстан, Татарстан, Бурятия, Хакасия, Тыва бейеүселәре конкурс ҡунаҡтары булды. Быйылғы гала-концерт X Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумының мәҙәни программаһы сиктәрендә Өфөлә үтте. Ижади проект етәксеһе Рита Өмөтбаева билдәләүенсә,  бәйгенең һәр миҙгеле яңы асыштар, яңы исемдәр килтерә. 

- Балала һәр саҡ белемгә һәм тормошта үҙ-үҙеңде табыуға ынтылыш көслө. Уларҙың һәр береһе үҙен күрһәтә алырлыҡ майҙансыҡ эҙләй. Күптәр бейеү түңәрәктәренә йөрөй. Уларға үҙҙәре кеүек үк балалар менән аралашырға кәрәк. «Байыҡ» уларҙы берләштерә, үҙен табырға һәм яңы үрҙәргә ынтылырға көс, ышаныс бирә. Йәш таланттарға ҡарап, минең дә дәртләнеп эшләгем һәм янып йәшәгем килә, - ти Рита Өмөтбаева. 

Бейеү - ул матурлыҡ теле генә түгел, ә донъя теле. Бейеү республикаларҙы, илдәрҙе, ҡитғаларҙы дуҫлыҡ ептәре менән бәйләй, халыҡтарҙы һәм милләттәрҙе берләштерә. Сәхнәгә Башҡортостандың төрлө райондарынан ғына  түгел, Рәсәй төбәктәренән дә йәш бейеүселәр сыҡты.

Төньяҡ Осетия-Алания Республикаһынан «Бонварнон» халыҡ бейеүҙәре ансамбле - "Байыҡ» конкурсының даими ҡунағы һәм уларҙың дуҫтары, коллегалары менән Өфөгә һигеҙенсе тапҡыр килеүе. Ансамбль етәксеһе - Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәре Алан Габараев билдәләүенсә, балалар һәр саҡ ҙур теләк менән килә. Был юлы ансамбль ике бейеү: Осетия халыҡ бейеүе һәм ир-егеттәр бейеүен әҙерләне.

- Бында ҙур теләк менән киләбеҙ, сөнки беҙҙе яратҡан, ҡәҙерләгән дуҫтарыбыҙ көтә. Мин үҙем сәнғәт өлкәһендә ҡырҡ йылдан ашыу эшләйем һәм Башҡортостандан коллегаларым менән күп аралаштым, ә хәҙер йәш быуын бейеүселәренең аралашыуына шатмын.  Шуға күрә Өфөләге дуҫтарыбыҙҙың һәр саҡырыуын  ҡабул итәбеҙ. Беҙ халыҡ бейеүенең ике төрлө вариантын күрһәтергә теләнек. Балалар күп көс һала, тамашасыларҙан иғтибар, алҡыштар ала - шуға күрә ҙур теләк менән киләләр. Етмәһә, байрам хужалары балалар өсөн ял ойошторҙо. Тауҙар менән беҙҙе аптыратмаһалар ҙа, Торатау башына менгәс, был беҙҙең тәүге бейеклек, тип ҡысҡырҙыҡ, - ти Алан Давидович.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb