Баймаҡта кино йылын рәсми асыу тантанаһы үтте

Баймаҡта кино йылын рәсми асыу тантанаһы үтте

Студенттарҙың һәм уҡыусыларҙың сағыу сығыштары менән үрелеп барған кисәлә тамашасылар йәш режиссер Айнур Асҡаровтың ҡыҫҡа метражлы фильмдарын ҡараны.

Хәҙерге заманда телевизорҙа каналдар иҫәпһеҙ-һанһыҙ, ниндәй генә кинолар юҡ. Ә шулай ҙа был залға йыйылыусылар ауыл клубына кино ҡарарға йөрөгән саҡтарын һағынып иҫкә алды. Ҡасандыр «Ирәндек» кинотеатрына нигеҙ һалған элекке директор, кинопрокат ветераны Хәйҙәр Хәмзин өсөн быйылғы йыл айырыуса мөһим. Сөнки тап уның тырышлығы арҡаһында республикала тәүгеләрҙән булып тик Баймаҡта ғына кинотеатр сафҡа индерелә.
Залға йыйылыусылар был көндө киноларҙы ҙур экрандан ғына түгел, шулай уҡ студенттар тәҡдим иткән өҙөктәрҙе лә ҡараны.
Ирәндек кинотеатрына студенттар, мәктәп уҡыусылары күпләп йөрөй. Ә быйыл айырыуса ябай халыҡты ла ҡыҙыҡһындырыу өсөн күберәк Рәсәй фильмдарын халыҡ хөкөмөнә сығарасаҡбыҙ, ти урындағы етәкселек.
Зөлфиә Морапталова, «Ирәндек» кинотеатры директоры: «Тантана һуңынан килгән ҡунаҡтар өсөн Еңмеш, Әсә кеүек ҡыҫҡа метражлы башҡорт фильмдары тәҡдим ителде».


Сығанаҡ: "БСТ"

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb