Баймаҡта “Бауырһаҡ” байрамы үтте

Баймаҡта “Бауырһаҡ” байрамы үтте

16 июндә Баймаҡ районының Темәс ауылында  “Бауырһаҡ” байрамы үтте. Был сара тәүге тапҡыр былтыр ойошторолдо. Сарала Баймаҡ районы ауылдарының оҫтабикәләре ҡатнашты, шулай уҡ күрше төбәктәрҙән ҡунаҡтар саҡырылғайны. Бауырһаҡ – башҡорт халҡының милли ризығы һәм был фольклор байрам Темәс ауылының брендына әүерелә бара. 

Бауырһаҡ – иң татлы милли ризыҡтарыбыҙҙың береһе. Башҡорт халҡы уны элек-электән туй һәм башҡа оло табындар өсөн әҙерләр булған. Килендең уңғанлығы ла туй мәжлесенә алып килгән ошо күстәнәскә ҡарап билдәләнгән.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb