Баймаҡ ҡалаһының “Саптар” балалар бейеү студияһы Сочи ҡалаһынан енеү алып ҡайтты

Баймаҡ ҡалаһының “Саптар” балалар бейеү студияһы Сочи ҡалаһынан енеү алып ҡайтты

Сочи ҡалаһында уҙған Халыҡ-ара бейеү фестивалендә Баймаҡ ҡалаһының “Саптар”ы беренсе дәрәжә дипломға лайыҡ булып октябрҙә үтәсәк киләһе конкурсҡа саҡырыу алды.

Өс йыл элек Баймаҡтың үҙендә төрлө йәштәге балалар өсөн профессиональ бейеү студияһы асылды. Уны һәләтле, йәш хореограф Радик Бакиров етәкләй. Ошо йылдар эсендә балалар республикан тыш, Рәсәй сәхнәләрен дә яуланы. Саптарҙың йәш бейеүселәре Байык телевизион конкурсында һәм Санкт Петербургта үткән Бөтә Рәсәй бейеү конкурсында Гран При ға лайык булды.

Репертуарына башкорт, татар һәм төрлө милләт бейеүҙәре ингән коллектив кыска гына вакыт эсендә танылыу яулап өлгөрҙө. Был юлы бейеүселәрҙең 8‐9 йәштәге урта төркөмө сираттағы бәйгенән енеү менән кайтты. Уларҙы урында тантаналы шарттарҙа каршы алдылар.

Сочила үткән халык ара конкурста Баймактар ике бейеү тәкдим итте. Уның береһе Радик Бакиров һалған “Урал арьяғы балалары” һәм, икенсеһе – ирланд бейеүе. Бәйгелә барлығы бөтә илдән килгән 30 коллектив һәм 3 менгә якын бала ҡатнашкан. Шулар араһында Саптарҙарҙарҙың бейеү оҫталығы 1- се дәрәжә диплом менән билдәләнгән.

Әле йәш бейеүселәрҙең барыһы ла йәйге ялдарға таралашты. Алда уларҙы яңы үрҙәр көтә. Баймак бейеүселәре иң якшы бейеү коллективтары араһында үткәрелгән ябык конкурска сакырыу алып кайткан.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb