Баймаҡ районының сигелгән картаһында - Бөрйән ырыуы ҡошо һәм башҡорт аты

Баймаҡ районының сигелгән картаһында - Бөрйән ырыуы ҡошо һәм башҡорт аты

Туҡымала күккә олғашған Ирәндек тауҙары, йәйрәа ятҡан Талҡаҫ күле, сабып барған башҡорт аты, һауала осоп барған ҡарсыға – бөрйән-ырыуы ҡошо һүрәтләнгән, композицияны Башҡортостандың көньяҡ төбәгендә киң таралған буй балаҫ тулыландыра. Район картаһының һоҡланғыс өлгөһөн «Хазина» халыҡ клубы етәксеһе Рәзинә Ҡотлоғужина һәм Халыҡ ижады үҙәге методисы, рәссам Руслан Хисамиев ижад иткән. Картаны Баймаҡ ҡалаһы 4-се лицейының Х класс уҡыусыһы Таңсулпан Ҡотлоғужина сиккән.

Уның һүҙҙәренсә, ул эштә төрлө техникаларҙы: шыма, үрелгән, декоратив йөйҙәрҙе һәм тамбур төрҙәрен файҙаланған.

Технология буйынса Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһының төбәк этабында күп тапҡыр призер булған, биҙәү-ҡулланма сәнғәте буйынса республика конкурстарында еңеүҙәр яулаған Таңсулпан Ғата Сөләймәнов исемендәге Баймаҡ ҡалаһы Балалар сәнғәт мәктәбенең художество бүлеген ҡыҙыл дипломға тамамлаған. Ул кейеҙ баҫыу, гравюра, рәсем төшөрөү, сәйлән үреү, сигеү, тегеү менән ихлас шөғөлләнә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башҡортостандың сигелгән картаһы» проектын Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, республиканың муниципаль райондары һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына сигеү оҫталары тормошҡа ашыра. Картаны республиканың 25-тән ашыу районы һәм Өфө оҫталары сигә. Проекттың исем туйы презентацияһы 26 майҙа иртәнге 11-ҙә М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты алдындағы майҙанда үтә.

Баймаҡ районының сигелгән картаһында - Бөрйән ырыуы ҡошо һәм башҡорт аты
Баймаҡ районының сигелгән картаһында - Бөрйән ырыуы ҡошо һәм башҡорт аты

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb