Баймаҡ районынында Ҡурай байрамы үтте

Баймаҡ районынында Ҡурай байрамы үтте

Сара Граф күле буйында урынлашҡан “Йәйләү” тармаҡлы лагеры үҙ эшен тамамлауы менән бәйле. Йәйләү” тармаҡлы лагеры районда 3 йыл рәттән уңышлы эшләп килә. Бында 6 йәштән 14 йәшкә тиклемге малайҙар һәм ҡыҙҙар башҡорт телендә аралашып,башҡорт халҡының мәҙәниәтен,тарихын,йолаларын өйрәнде. Ҡурай һәм ҡумыҙҙа уйнау серҙәренә төшөндө.

Ҡурай байрамын үткәрер өсөн лагерь балалары ғына түгел, ҡурайға битараф булмаған район уҡусылар ҙа ҡатнашты. Ҡурай – башҡорттарҙан һәм Башҡортостандан айырылғыһыҙ.

Ә инде ҡурай байрамы 21 көн эшләгән эштең һөҙөмтәһе.Байрамға райондың оҫта ҡурайсылары,ҡурайға битараф булмағандар йыйылған ине. Башҡортостандың 100 йыллғына арналған был байрамда 100 ҡурайсы ҡатнашты .Концертта балалар ҡурайҙың килеп сығыу тарихына айырым әһәмиәт бирҙе.

Боронғо уйын ҡоралы- халҡыбыҙҙың юлдашы ла ,шатлығында ла,ҡайғыһында ла башҡорт ҡурай моңонан айырылмаған. Ҡурай ул беҙҙең тарихыбыҙ ,атай-олатайзарзан ҡалған ҡомартҡыбыҙ ,беҙ уны иң изге мираҫыбыҙ итеп һаҡларға бурыслыбыҙ. Ә йәйләү лагеры сиктәрендә үткәрелгән курай байрамын йылда унын програмаһына индереү килешелде. Был иһә курайсылар сылбырын өҙмәү, уны үстереү йәһәтенән ифрат ҙур роль уйнаясаҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb