Баймаҡ районынында ҡатыҡ тәмләшеү байрамы үтте

Баймаҡ районынында  ҡатыҡ тәмләшеү байрамы үтте

Баймаҡ районының Мерәҫ ауылында онотолоп барған йолаларҙың береһе - ҡатыҡ тәмләшеү байрамы үтте.

Һөттө халыҡ теле Ҡатыҡ тәмләшеү - онотолоп барған байрамдарҙың береһе. Ул элек электән яландар сәскәләргә күмелеп, һыйырҙың һөтө тәмләнгәс, үткәрелгән. Мерәҫ ауылында беренсегә уҙғарылған Ҡатыҡ тәмләү байрамы бик ҡыҙыҡлы йоланы кабаттан тергеҙҙе.Бында ҡатын-ҡыҙҙар һөт ризығынан әҙерләнгән төрлө тәбиғи ризыҡтар тәҡтим итте. Бөгөн был тәнгәлдә беҙҙен катын кыҙҙарыбыҙ шактай остарҙы. Ҡатнашыусыларҙың өҫтәлендә нимә генә юҡ: емеш-еләк ,йәшелсә ҡушылған ҡатыҡ,ҡороттар; ҡыҙҙыл эремсек,ҡымыҙ , айран,һөҙмә, ҡуйылтмаҡ,ҡаймаҡ, май,кәзә һөтө, йогурттар,сыр һәм башҡа әллә нисәмә төрлө һөт ризығы.

Һөттән яһалған ризыҡтар күп төрлө һәм файҙалы ла, унан табыш алып йәшәгендәре лә күп ауыл ерендә. Шуларҙың береһе Гөлсинә Хәсәнова .Ул 90-сы йылдарҙан алып бөгөнгә көнгә тиклем һөт ризыҡтарынан килем ала.Бөгөн ул 29 төр ҡатыҡ һәм һөттән яһалған ун төрлө ризыҡ алып килгән.

Халҡыбыҙҙың матур йолаларын һаҡлап, килер быуынға еткереү - ололарҙың бурысы.Балалар тәбиғәт ҡосағына ҡатыҡ, ҡаймаҡ тәмләп ҡараны,төрлө халыҡ уйындарын уйнаны. Өлкәндәр ҡатыҡ, ҡороттоң нисек эшләнеүе тураһында һөйләне. Байрамға йыйылған ҡунаҡтар әҙерләнгән төрлө һөт ризыҡтарын тәмләп ҡарай алды . Былар барыһы ла таҡмаҡ-бейеүҙәр, һамаҡтар менән үрелеп барҙы.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb