Баймаҡ районы автоклубы артистары балалар һабантуйы үткәрҙе

Баймаҡ районы автоклубы артистары балалар һабантуйы үткәрҙе

Баймаҡ районы Халыҡ ижады үҙәгенең автоматлаштырылған күп функциялы клубы Баймаҡ ҡалаһының «Көньяҡ» биҫтәһе биләмәһендә балалар һабантуйы уҙғарҙы. 5-се мәктәп уҡыусылары, көндөҙгө мәктәп яны лагерына йөрөүселәр байрамдың уйын программаһында әүҙем ҡатнашты: арҡан тарттылар, тоҡ кейеп йүгерҙеләр, туп менән ярыштылар.

Автоклуб сәхнәһенән «Сураш» ирҙәр вокал ансамбленең күңелле йырҙары һәм Илнур Аслаев башҡарыуында дәртле ҡурай моңдары яңғыраны. «Ирәндек» халыҡ бейеү ансамбле солистары Гөлгөл Хәлилова һәм Нурсия Халиҡова бейеү номерҙары менән сығыш яһаны.

Теләүселәр үҙҙәрен «Дан минуты» ижади конкурсында күрһәтте. Иң аҙаҡтан балаларға бүләктәр өләштеләр. 

- Беҙҙең районға автоклуб 2020 йылдың сентябрендә «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә килде. Уның ярҙамында халыҡтың бөтә ҡатламдарының мәҙәни ялын тәьмин итәбеҙ. Хәҙер, каникул осоронда, «Бергәләп уйнау күңелле», «Бала саҡ илендә», «Шаромарафон» кеүек балалар өсөн күберәк күңел асыу, мәҙәни-спорт программалары үткәрәбеҙ»,- тип билдәләне автоклуб мөдире Ғәлинур Хәмитов.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb