Бөгөн «Евразия йөрәге» фестивалдең өсөнсө көнө

Бөгөн «Евразия йөрәге» фестивалдең өсөнсө көнө

Бөгөн «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивалдең өсөнсө көнө уҙҙа. Фестиваль барышында республиканың 100 йыллығы уңайынан «Алға, Башҡортостан!» концерты үтә.

Әлеге ваҡытта сәхнәлә Асҡар Абдразаҡов, Роберт Юлдашев уның «Ҡурайсы» төркөмө, Линар Дәүләтбаев етәкселегендәге Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры, Рушана Вәлиева, Анжелика Якусева, Софья Бугера, Наҙгөл Отузова, Элвин Грей/Радик Юлъяҡшин, «Бүреләр», «Zaman», РНТ, «Пицца» сығыш яһайҙар. Кисәнең хедлайнеры — Рәсәй эстрадаһы йондоҙо Алһыу.    

«Электән «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивалдә сығыш яһарға уйым бар ине. Рәхмәтлемен, быйыл мине лә саҡырҙылар. Был концерт ҙур кимәлдә ойошторола. Концерт иң матур амфитеатрҙа уҙҙа, ошондай амфитеатр бер ҡайда ла юҡ», – беҙҙең менән Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Радик Юлъяҡшин уртаҡлашты.

Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың популяр йырсының әйтеүе буйынса, ул бөгөн ныҡ дулкынлана:

«Әлеге минутта мин дулкынланам, әммә сәхнәгә сыҡҡас мин уны онотам. Бөгөнгө кисәһендә үҙ йырҙарым менән халыҡты ҡуандырырға, бейетергә тырышырмын».

«Алға, Башҡортостан!» концерты уникаль пиротехник шоу менән тамамлана. Ҡала күген Башҡортостандың милли флагы төҫөндәге меңдәрсә ут биҙәй. 

Бөгөн «Евразия йөрәге» фестивалдең өсөнсө көнө
Бөгөн «Евразия йөрәге» фестивалдең өсөнсө көнө
Бөгөн «Евразия йөрәге» фестивалдең өсөнсө көнө

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb