Аҡмулла ерендә сәсәндәр ярышты

Аҡмулла ерендә сәсәндәр ярышты

Халыҡ-ара Мифтахетдин Аҡмулла көндәре уңайынан бөйөк мәғрифәтсенең тыуған яғы - Миәкә районында «Аҡмулла нәсихәттәре» республика фольклор байрамы булды.

Унда Миәкә, Бөрйән, Ғафури, Әлшәй райондарынан 25 сәсән ҡатнашты. 16 йәшкә тиклемгеләр араһында I дәрәжә лауреат исеменә Миәкәнең Ҡаран-Ҡунҡаҫ ауылынан Рамаҙан Шәйғәрҙәнов лайыҡ булһа, өлкәндәр араһында ошо уҡ ауылдан Рәсимә Мостафина беренсе урынға сыҡты, ә гран-при Бөрйән районының Яңы Усман ауылынан Шәфҡәт Мәзитовҡа бирелде.

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры Илдар Ғүмәровҡа тапшырылды.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb