“Аҡ мөғжизә” спектакленең премьераһы үтте

“Аҡ мөғжизә” спектакленең премьераһы үтте

М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Мостай Кәримдең “Ғүмер миҙгелдәре” китабына ингән “Ап-аҡ мөғжизә” һәм “Ашҡаҙар” хикәйәләре буйынса “Аҡ мөғжизә” спектакле премьераһы үтте.

Илдә барған һынылыш мәл ваҡиғалары хәтирәләренә таянып яҙылған әҫәрҙәр бер бөтөн булып тамашасы хөкөмөнә тапшырылды. Спектаклдә намыҫ һәм бурыс, шәфҡәтлелек, ҡаһарманлыҡ, сабырлыҡ, шатлыҡ һәм хәсрәт, яуаплылыҡ төшөнсәләре ярайһы урын алған.

Спектаклдең режиссер-ҡуйыусыһы —РФ, Әзербайжандың һәм Ҡалмыҡстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Борис Манджиев, ҡуйыусы рәссам — Анна Репина ( Коми Республикаһы, Сыктывкар ҡалаһы). Композитор — Ҡалмыҡстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Аркадий Манджиев. Балетмейстр- БР арҡаҙанған артисы Рәмизә Мөхәмәтшина. 

“Аҡ мөғжизә” спектакленең премьераһы үтте
“Аҡ мөғжизә” спектакленең премьераһы үтте
“Аҡ мөғжизә” спектакленең премьераһы үтте

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb