18 мартта Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә "Аҡмулла арбаһы" проекты сиктәрендә "Ағиҙел" журналының 100 йыллығына арнап сығарылған "Ағиҙел"дән –100 хикәйә" исемле ике томлыҡ китаптың исем туйы уҙасаҡ.
Әҙәби кисәлә прозаик, драматург, «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин, прозаик, шағир Әхмәр Үтәбай, шағирә, тәржемәсе Гөлнара Хәлфетдинова, прозаик, драматург Салауат Әбүзәр, шағирә, әҙәбиәт белгесе Луиза Кирәева, «Сәсән» ижади берекмәһе ағзалары ҡатнаша. Махсус ҡунаҡ - йырсы, ҡурайсы, 1990-сы йылдарҙағы башҡорт ыстрадаһы йондоҙо Заһир Байыҡ.
Сара Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге, Башҡорттарҙың федераль милли-мәҙәни автономияһы, Мәскәү ҡалаһының «Башҡорт ҡоролтайы (конгресы), «Сәсән» этник мәҙәниәттәрҙе популярлаштырыу һәм үҫтереүгә булышлыҡ итеү автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы булышлығында уҙғарыла.
Осрашыу урыны: Мәскәү ҡалаһы, Доброслободская урамы, 6-сы йорт, 2-се кабинет.
Сарала ҡатнашыу өсөн ошо һылтанма буйынса теркәлеү һорала: https://bashkort-moscow.timepad.ru/event/2351571/.