7 июлдә Ауырғазы районының Төрөмбәт ауылы эргәһендә «Өршәк буйы уйындары» төбәк байрамына уҙа. Байрам программаһында халыҡ уйындары, төрлө конкурстар, көрәш һәм башҡа спорт ярыштары ҡаралған, оҫталыҡ дәрестәре ойоштороласаҡ, райондың ижади коллективтары сағыу концерт әҙерләй.
Ойоштороусылар – Республика халыҡ ижады үҙәге, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Ауырғазы районы хакимиәте, Төрөмбәт яҡташтар берлеге, БР Көрәш һәм билбау көрәше федерацияһы.
Ойоштороусылар үҙенсәлекле, башҡа байрамдарға оҡшамаған, Мең ырыуы башҡорттары йолаларына нигеҙләнгән байрам вәғәҙә итә.
Өршәк буйы уйындары 7 июлдә 10.30 башлана. Рәхим итегеҙ!