Атаҡлы ҡурайсы, актер, йырсы һәм композитор Ишмулла Дилмөхәмәтовтың тыуыуына 90 йыл тулды

Атаҡлы ҡурайсы, актер, йырсы һәм композитор  Ишмулла Дилмөхәмәтовтың тыуыуына 90 йыл тулды

Дилмөхәмәтов Ишмулла Ишҡәле улы 1928 йылдың 15 сентябрендә Йылайыр кантоны  Иҫке Яҡуп ауылында тыуған.

Ишмулла Дилмөхәмәтовтың үҙенсәлекле артист һәм ҡурайсы-башҡарыусы булып үҫешеүендә драма театрында эшләүе ҙур роль уйнай. 60-сы йылдарҙа ул башҡорт эстрадаһының алдынғы артистарының береһе, бик маһир ҡурайсы, талантлы йырсы-импровизатор, башҡорт фольклорының белгесе була.

Уның ижады менән ҡурайҙа элекке оҫталарҙың уйнауына хас булған өзләү ҡушып уйнауҙың тергеҙелеүе бәйле. И. Дилмөхәмәтовтың репертуарына күп башҡорт халыҡ вокаль һәм иструменталь көйҙәре инә: «Урал», «Буранбай», «Ғилмияза», «Зөлхизә», «Таштуғай», «Сыңрау торна».

Дилмөхәмәтов либреттоһына Заһир Исмәғилев «Урал илселәре», «Аҡмулла», «Ҡаһым түрә» операларын яҙа. Рәсәй делегацияһы составында башҡорт сәнғәтен Францияла, Италияла, Швецияла, Швейцарияла, Германияла, Польшала, Венгрияла, Афғанстанда, Пакистанда, Бирмала, Иранда, Японияла тамашасыларға еткерә.

Башҡорт халҡының йыр-моң ижадының нәфислеген йөрәге менән тойған ижадсының күңел түренән урғылып сыҡҡан бик күп тәрән хисле, моңло көйҙәре йыр сәнғәтебеҙҙең аҫыл өлгөләрен тәшкил итә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb