«Атайсал» мәҙәни үҙәгендә яңы күргәҙмә асыласаҡ

«Атайсал» мәҙәни үҙәгендә яңы күргәҙмә асыласаҡ

«Атайсал» мәҙәни үҙәгендә "Башҡорт туҡылған шәле эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре" проекты эштәренең күргәҙмәһе була.

Күргәҙмәлә оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашыусылар менән әҙерләнгән шәлдәр коллекцияһы тәҡдим ителәсәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, сентябрҙән ноябргә тиклем Өфөлә башҡорт туҡылған шәлен эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғарылды.

Тәжрибәле оҫтабикәләр етәкселегендә теләүселәр туҡылған башҡорт шәлдәрен эшләү оҫталығына өйрәнде. Унда Өфө ҡалаһынан, Әбйәлил, Иглин, ҡырмыҫҡалы, Туймазы, Шишмә, Өфө райондарынан, Силәбе өлкәһенән, Санкт-Петербургтан вәкилдәр ҡатнашты. Улар араһында балалар, дизайн һәм технология колледжы студенттары, өлкәндәр бар.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb