«Астана-Өфө: дуҫлыҡ траекторияһы» телекүпере сиктәрендә Халыҡ-ара балалар һүрәттәре конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте

«Астана-Өфө: дуҫлыҡ траекторияһы» телекүпере сиктәрендә Халыҡ-ара балалар һүрәттәре конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте

  Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала «Ҡаҙағстан Республикаһы - Башҡортостан балалары күҙлегенән» һәм «Ҡаҙағстан балалары күҙлегенән Башҡортостан Республикаһы» халыҡ-ара балалар һүрәттәре конкурстары еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Тантана «Астана-Өфө: дуҫлыҡ траекторияһы» телекүпере сиктәрендә үтте. Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетының башҡарма директоры Элина Ғатауллина «Ҡаҙағстан Республикаһы - Ҡаҙағстан балалары күҙлегенән» һәм «Ҡаҙағстан Республикаһы - Башҡортостан балалары күҙлегенән» халыҡ-ара балалар һүрәттәре конкурстарын атаны һәм уларҙың барлыҡҡа килеү тарихы хаҡында һөйләне.

Ҡаҙағстан Республикаһы Беренсе Президенты китапханаларының һәм Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетының берлектәге проекты Астана ҡалаһының Балалар художество мәктәп-клубы ярҙамында 15 апрелдән 15 июнгә тиклем барҙы һәм Ҡаҙағстан Республикаһының баш ҡалаһы көнөнә һәм Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналды. Тантана ике республикала ла тура эфирҙа ойошторолдо, тантанала еңеүселәр үҙҙәре, уларҙың ата-әсәләре һәм ойоштороусылар ҡатнашты. Конкурстарҙа ике йәш категорияһы: 7-9 һәм 10-12 йәшлек балалар ҡатнашты. Йәш Ҡаҙағстандар 192 эш ебәргән, Башҡортостандан 71 эш тәҡдим ителгән, уларҙа егеттәр Ҡаҙағстан һәм Башҡортостандың иҫтәлекле урындарын, йолаларын һәм фольклорын сағылдырған.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb