Сибай дәүләт башҡорт драма театры “Әүлиә” спектакле менән сәфәрҙә

Сибай дәүләт башҡорт драма театры  “Әүлиә” спектакле менән сәфәрҙә

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры Лира Яҡшыбаеваның тамашасы һөйөүен яулаған “Мөжәүир хәҙрәт” әҫәре буйынса күренекле режиссер Дамир Ғәлимов сәхнәләштергән “Әүлиә” спектакле менән республикабыҙ буйлап сәфәрен дауам итә. 
12 октябрь –Раевка ҡасабаһында, 
13 октябрь –Буздәк ауылында, 
14 октябрь – Саҡмағош ҡасабаһында, 
15 октябрь – Дәүләкән ҡалаһында, 
16 октябрь – Өфө ҡалаһы Мәжит Ғәфүри исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театрында үтәсәк.

Мөжәүир хәҙрәттең илаһи ҡөҙрәтен, алдан күреү һәләтен,ҡәрәмәттәрен үҙ күҙҙәре менән күреп белеүсе замандаштары уны үҙе иҫән сағында уҡ башҡорттоң бөйөк әүлиәһе тип нарыҡлай. Ул бағымсы булараҡ та, үҙенә мөрәжәғәт итеүсе меңәрләгән кешене һауыҡтырып, фиҙаҡәр хеҙмәте менән халыҡ һөйөүен яҡлай.

 Мөжәүир хәҙрәт1876 йылда Баймаҡ районының Манһыр ауылында донъяға килә. Уға ун йәштәр самаһы булғанда ауылға килгән күренекле Зәйнулла ишан уның “өлөшлө” бала булғанын һиҙемләй, шуға күрә уның атаһына был балаға ғилем бирергә кәрәклеген аңғарта. Ғәиләләренең аҡсаһыҙлығы, етешһеҙлеге арҡаһында Мөжәүиргә даны сыҡҡан Троицк мәҙрәсәһендә белем алыу насип булмай, шуға күрә Муллаҡай ауылына юллана. Унда ул данлыҡлы Ғабдулла Сәйеди хәҙрәттең һабаҡтарын ала. Уҡып сыҡҡас, ғүмер буйы тыуған ауылында йәшәй. 1967 йылда 91 йәшендә баҡыйлыҡҡа күсә.
Халыҡ араһында изге хәҙрәт менән ҡыҙыҡһыныу йылдан-йыл арта. Шуға күрәлер ҙә яҙыусы Лира Яҡшыбаеваның уның тураһында китап сығарыуы, халыҡтың был китапты яратып ҡабул итеүе күренекле шәхесебеҙ Мөжәүир хәҙрәткә мәҙхиә булып яңғыраны. Был китапты йәше-ҡарты, төрлө һөнөр вәкилдәре ҙур ҡыҙыҡһыныу менән уҡып, кешеләр төрлө яҡтарҙан шылтыратып, авторға ҙур рәхмәттәрен еткерә. 
Юғарынан кәрәмәт бирелгән, уйы изгелектә, күңеле яҡшылыҡта булған һайлам зат изгеһе Мөжәүир хәҙрәткә Аллаһы Тәғәләнең барлығын берлеген танымаған дәһриҙәр яла яғып, уны төрмәгә ябалар, яманатын таратып, унан кешеләрҙе биҙҙерергә тырышалар. Әммә уларҙың уйҙары тормошҡа ашмай, бер төркөм хаҡ юлдан, диненән яҙлыҡҡан әҙәмдәрҙең һүҙе-һүҙ булмай. Үҙенең яҡты йөҙө, эскерһеҙлеге, милләт айырмауы, ихласлығы менән меңәрләгән кешеләргә ярҙам ҡулын һуҙыусы яҡташыбыҙ, илаһи көс эйәһе Мөжәүир хәҙрәт халыҡ хәтерендә тик яҡты хәтирәләр ҡалдырып, уның күңелендә мәңге йәшәй.

Тамашалар 19.00 башлана. 
Белешмәләр өсөн телефондар: 89377827103, 89272389373.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb