Өфөлә Һамар һәм Һарытау башҡорттарының мәҙәниәт көндәре бара

Өфөлә Һамар һәм Һарытау башҡорттарының мәҙәниәт көндәре бара
Өфөлә Һамар һәм Һарытау башҡорттарының мәҙәниәт көндәре бара. Сара 4-се Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сиктәрендә үтә. Мәҙәниәт көндәре ситтә йәшәгән милләтәштәребеҙҙең рухи-мәҙәни тормошон сағылдырыу менән генә сикләнмәй. Һамар, Һарытау башҡорттарын борсоған көнүҙәк проблемалар буйынса түңәрәк өҫтәлдәр, осрашыуҙар ойошторола. Һамар, Һарытау башҡорттарының республикаға сәфәре Салауат Юлаев һәйкәле эргәһендәге майҙанда башланды. Ҡунаҡтар милли батырыбыҙҙың һәйкәленә сәскәләр һалды. Улар тулҡынланыуын йәшермәй. Башҡортлоҡтары менән ғорурлыҡ тойғоһон йәш быуынға ла тапшрырға тырыша. Шуға күрә Һамарҙар Өфөгә балаларҙы күпләп алып килгән.
Мәҙәниәт көндәрен асыу тантанаһы Республиканың милли музейында үтте. Ҡунаҡтар Башҡортостан етәкселегенә Ырғыҙ, Кәмәлек буйҙарында төрлө мәҙәни сараларҙы үткәреүҙә ярҙамы өсән рәхмәтен белдерҙе. Бөгөн төбәктә милли музыка ҡоралдары, бейеү, йыр түңәрәктәре эшләй, башҡорт костюмдары тектерелгән. Һәҙиә Дәүләтшина, Рәшит Ниғмәти, Фатима Мостафинаның яҡташтары милли йолаларҙы ла тергеҙә. Әммә проблемалар ҙа байтаҡ, мәҫәлән, матбуғат баҫмалары етешмәй, булғандарына ла ярҙам юҡ. Ә һамар, һарытау башҡорттарының халыҡҡа еткерәһе хазинаһы бихисап. Башҡортостандың мәғариф министрлығында үткән осрашыуҙа һүҙ был ике өлкәлә йәшәгән башҡорттарға туған телде уҡытыу нескәлектәре хаҡында барҙы. Һамарҙарҙың уңыштары яҡшы, улар Республикала үткән төрлө конкурс-олимпиадаларҙа ҡатнаша, телде һаҡлау, йәш быуынға тапшырыу өсөн бөтә мөмкинлектәрҙе ҡуллана. Ә бына Һарытауҙар бер аҙ ҡалыша. Мәғариф министры урынбаҫары Венера Вәлиева әйтеүенсә, ата-әсәләр әүҙем булғанда тел уҡытыласаҡ, улар ғариза яҙып башҡор телен программаға индерә ала.
Башҡортостндан ситтә йәшәп тә үҙ рухи тамырҙарын юғалтмаған милләтәштәребеҙ иртәгә Өфө тамашасыларын бай концерт программаһы менән дә һөйөндөрәсәк. Тамашала ошо төбәктә генә һаҡланып ҡалған үҙенсәлекле мәҙәни мираҫтарҙы күрергә мөмкин.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb