Өфөлә 2011 йылдың иң яҡшы йәш ғаиләһе һайланасаҡ

Өфөлә 2011 йылдың иң яҡшы йәш ғаиләһе һайланасаҡ
«Йәш ғаилә-2011» ҡала конкурсы финалы Өфөлә шәмбе, 22 октябрҙә, үтәсәк. Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, төп приз өсөн район турҙарында еңеү яулаған ете йәш ғаилә көс һынашасаҡ: Дим районынан Мавриндар ғаиләһе, Калинин районынан Вәлиевтар, Киров районынан Ғатауллиндар, Ленин районынан Гладковтар, Октябрь районынан Уйылдановтар, Орджоникидзе районынан Мифтахетдиновтар һәм Совет районынан Ларионовтар. Бәйге номинациялары — «Беҙ барыбыҙ ҙа бала саҡ иленән» визиткаһы», «Беҙҙең өйҙөң йәме» балалар конкурсы һәм «Ғаилә яҙмышында – ил яҙмышы» (күргәҙмә-презентация). Еңеүсе ғаилә «Йәш ғаилә-2011» республика конкурсында ҡатнаша аласаҡ. Сарала ҡатнашыусы барлыҡ ғаиләләргә Өфө хакимиәтенең һәм бағыусыларҙың ҡиммәтле бүләктәре һәм дипломдары тапшырыласаҡ. Финал Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында үтәсәк. Автор: Эльмира Сабирова «Башинформ» ИА алынды

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb