Өфө Ҡыш бабайҙың тыуған көнөн билдәләйәсәк

Өфө Ҡыш бабайҙың тыуған көнөн билдәләйәсәк

18 ноябрҙә Рәсәйҙә рәсми рәүештә Ҡыш бабайҙың тыуған көнө билдәләнә. Тылсымсының йәше аныҡ ҡына билдәле түгел, әммә ике меңдән ашыу булыуы раҫ. Уның тыуған көнөн балалар үҙҙәре уйлап тапҡан. Күҙәтеүҙәр буйынса, был көндө Ҡыш бабайҙың тыуған ере – Великий Устюгта сатлама һыуыҡтар башлана һәм ҡыш үҙ көсөнә инә.

Тылсымсы бабайҙың тыуған көнөн билдәләүҙә Өфө лә ситтә ҡалмаясаҡ. Был көндө, Ҡала үҫеше йәмәғәт фондының «Ҡыш бабайға хат» балалар хәйриә проекты сиктәрендә, тылсымсы 17-се ҡала балалар клиник дауаханаһындағы сабыйҙарға барасаҡ. Программала – уйындар, конкурстар һәм Ҡыш бабай бүләктәре.

Шулай уҡ йома, 18 ноябрҙә, «Ғаилә» сауҙа-күңел асыу комплексында ҙур байрам үтәсәк. Сараға Өфөлә йәшәүсе балалар саҡырыла. Сабыйҙарҙы Ҡыш бабай ҡатнашлығындағы уйын программаһы көтә. Сарала баш ҡаланың балалар коллективтары сығыш яһаясаҡ.

Автор: Эльмира Сабирова

«Башинформ»

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb