“Әҙәби нағыш” яңы исемдәр эҙләй!

“Әҙәби нағыш” яңы исемдәр эҙләй!
Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда 2015 йылдың Әҙәбиәт йылы тип иғлан ителеүе хаҡында гәзит уҡыусылар хәбәрҙар инде. Ошо уңайҙан республикабыҙҙың Мәҙәниәт министрлығы, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Яҙыусылар союзы, З. Вәлиди исемендәге Милли китапхана, Милли әҙәбиәт музейы һәм “Башҡортостан” гәзите район һәм ҡала хакимиәттәре менән берлектә “Әҙәби нағыш” тип аталған ижади бәйге ойоштора. 
Әҙәби марафондың төп маҡсаты – төбәк­тәрҙә йәшәп, ижад иткән йәш ҡәләм тир­бәтеүселәрҙе табыу (40 йәшкә тиклем). Бынан тыш, халыҡтың мәҙәни кимәлен үҫте­реү, китаптың, гәзит-журналдың мәртәбәһен арттырыу, китапхана эше, әҙәби мираҫ, музейҙарҙың бөгөнгө торошо хаҡын­да ентекле һөйләшеү, сара барышында матбу­ғатҡа яҙылыу мөһим бурыстар иҫәбенә инә.
Йәштәрҙең ҡулъяҙмаларын тикше­реү эшенә Яҙыу­сылар союзы ағза­лары йәлеп ителә. Һәр төбәккә сәфәр сығыр алдынан, әҫәрҙәре иң уңышлы тип та­был­ған авторҙың ижад емештәре “Баш­ҡорт­остан” гәзитендә донъя күрәсәк. Урын­дағы уҡытыу­сылар, журналистар, китапханасылар, мәҙәниәт хеҙ­мәткәрҙәре ҡат­наш­лығында “тү­ңәрәк өҫтәл”дәр, оҫ­та­лыҡ дәрестәре үткәреләсәк. Музей­ҙарға экскурсия, әҙип­тәрҙең һәй­кәл­дәренә сәскә һалыу кеүек саралар ҙа ҡаралған. Әҙәби-музыкаль кисәлә иһә йәш яҙыусылар күре­некле әҙиптәр менән бергә сығыш яһая­саҡ. 
Башҡортостандың Әҙәби картаһын яңы­нан төҙөү, унда исем­дәр өҫтәү, йәш авторҙарға З. Биишева исе­мендәге “Китап” нәшриәтендә китаптарын сыға­рырға ярҙам итеү ҙә – сара барышындағы төп эштәрҙең бе­реһе. 
Республикала Әҙә­биәт йылы 29 ғинуарҙа башлана, ә баш ҡалала тантаналы сара 30-ында ойошторола.
“Әҙәби нағыш” марафоны иһә Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафури тыуған төбәктә – Ғафури районында – 20 февралдә старт ала. 
Автор: Л. СИТДИҠОВА.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb