Һәҙиә – бөтмәҫ тә генә йыр

Һәҙиә – бөтмәҫ тә генә йыр
Яратҡан балаһына Хоҙай ниңәлер ғүмерҙе әҙ бирә. Әллә кешеләр уны һағынып, бәлки, бер килке үкенес менәндер ҙә, яҡшы эштәрен, ғәмәлдәрен оҙаҡ хәтерҙәрендә һаҡлаһын өсөнмө икән? Башҡорт яҙыусыһы Һәҙиә Дәүләтшинаны ла ошо һайланма төркөмгә индерергә мөмкин.
Ҡыҫҡа, михнәтле була уның яҙмышы. Әммә халыҡ күңелендә әҙибәгә “Ырғыҙ” романы өсөн генә лә һәйкәл ҡойорлоҡ. Һамар губернаһында тыуып, Башҡортостандың Бөрө ҡалаһында һуңғы төйәген тапҡан ул. Бөрөләр иҫтәлеген нисек һаҡлай һуң? Ҡәбере ҡараулымы? Юл төшкәндә ошоларҙы белештек. 
Ҡалала Һәҙиә Дәүләтшина урамы бар, күркәм урында бюсы тора. Йәл, ул йәшәгән өй янғында юҡҡа сыҡҡан. Шуныһы һөйөнөслө: Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалындағы әҙибә музейы былтырҙан ҙур, яҡты бүлмәгә күскән! 
Былай булғас, барып күрмәү мөмкин түгел. Ҡарайым, яҙыусы тормошоноң төрлө йылдарына арналған стендтар бер-бер артлы теҙелеп киткән. Бына студент саҡтарындағы, ире Ғөбәй, улы Булат менән төшкән фотоһүрәттәр... Документтары – Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты дипломы, һаҡлыҡ кенәгәһе, яҙыусылар съезына саҡырыу ҡағыҙы, китаптары, уның хаҡындағы әсбаптар, альбомдар... Әсәһе биргән бүләктәр – ултырғыс, һуғылған балаҫтар, янсыҡтар... Ә быныһы нимә? Бәй, үҙе сигеп теккән күлдәге икән! Ябай ҙа, матур ҙа. Яңыраҡ килеп эләккән бында. 
– 1980 йылда музей булдырыу тәҡдиме менән беҙҙең уҡыу йорто уҡытыусылары Һәҙиә Лотфулла ҡыҙының тыуған яғына бара. Әсәһе Гөлйәүһәр апай тәүҙә бер әйбер ҙә бирмәй. Ә хәҙер яҙыусы тураһында иң тулы мәғлүмәт ошонда, – ти башҡорт, татар, мари филологияһы кафедраһы мөдире Артур Айрат улы Фәтҡуллин. – Музей мөдире Гөлнур Нуриман ҡыҙы Ҡасҡынова күп көс һала. Бергәләп филиал етәкселеге ярҙамында әҙибәгә арналған китап-альбом сығарҙыҡ. Киләһе йыл Һәҙиә Дәүләтшинаның тыуыуына – 110 йыл. Өҫтәмә мәғлүмәт күп йыйылды, юбилейына альбомды тулыландырып нәшерләргә ине.
БДУ-ның Бөрө филиалы яҙыусы иҫтәлеген мәңгеләштереүҙе дауам итә. Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге премия булдырылып, йыл да иң алдынғы студентҡа тапшырыла. Ҡәберен дә яҡын арала йыйыштырып, тәрбиәләп ҡуйырға һүҙ бирҙеләр. 
Билдәле татар әҙәбиәте белгесе Хатип Ғосман: “Һәҙиә Дәүләтшинаның тормошо – трагизм һәм көрәш, тәрән һағыш һәм бер үк ваҡытта бөтмәҫ оптимизм менән тулы героик йыр ул”, – тигән. Эйе, хаҡ һүҙҙәр. Ышанам, халыҡ һөйөүе лә бөтмәҫ, һүрелмәҫ.
Автор: Гөлдәр БҮЛӘКБАЕВА.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb