«Ҡәҙерләйбеҙ. Һаҡлайбыҙ. Хәтерләйбеҙ»

«Ҡәҙерләйбеҙ. Һаҡлайбыҙ. Хәтерләйбеҙ»
Башҡортостанда Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына ҡарата «Ҡәҙерләйбеҙ. Һаҡлайбыҙ. Хәтерләйбеҙ» республика күргәҙмәләр проекты старт ала.
Проект сиктәрендә йыл дауамында республика музейҙарында 1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышына арналған күргәҙмәләр ойоштороласаҡ, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығынан. Күргәҙмәләрҙән тыш, Бөрө, Нефтекама, Илеш, Тәтешле, Шишмә, Хәйбулла райондарының тарихи-крайҙы өйрәнеү музейҙарында, Ғәли Соҡоройҙоң музейында яңыртылған экспозициялар асыласаҡ.
Башҡортостандың муниципаль музейҙарында республикалағы төп музейҙарҙың күсмә күргәҙмәләре үтәсәк. Башҡортостан Республикаһының Милли музейы – «1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостанда хәрби ойошмалар», республиканың Хәрби Дан музейы – «Муса Гәрәев — ҡаһарманлыҡ һәм тормош биттәре», «Төп йүнәлештә – Сталинград», «Һуғыш йылдарында Башҡортостан мәҙәниәте һәм сәнғәте», «Ҡатын-ҡыҙҙар һәм һуғыш», «Башҡортостан Республикаһында ветерандар хәрәкәте», 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы «Ҡаһарманлыҡҡа илһамландырыусы «Ҡыҙыл атлылар» гәзите», «Халыҡ хәтерендә» күргәҙмәһен тәҡдим итә.
Проект Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙҙың батырлығы миҫалында йәштәрҙе һәм уҡыусыларҙы тәрбиәләү үҙәге булып торған Хәрби Дан музейында башлана. Бөтәһе 100-ҙән ашыу күргәҙмә ойоштороу ҡаралған. Проект 2015 йылдың декабрендә тамамлана.

Сығанаҡ: "Шоңҡар" журанлы.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb