Ҡурай моңо — Төркиәлә

Ҡурай моңо — Төркиәлә
Төрки донъяһының мәҙәни баш ҡалаһын кәүҙәләндергән Иҫкешәһәрҙә Роберт Юлдашев Науруз байрамына арналған сараларҙы асыу тантанаһында сығыш яһаны.
Башҡорт ҡурайын танытҡан мәшһүр музыкант үҙенең яңы программаһы менән сираттағы тапҡыр тамашасы һөйөүен яуланы. “Ҡурайсы” этномәҙәни ансамбле ярҙамы менән ҡурай моңо яңы яңғыраш алды. Әйткәндәй, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ижади проекттарҙы тормошҡа ашырыу өлкәһендәге гранттарҙың береһен былтыр тап ошо ансамблгә тапшырғайны. 
Яҙғы байрам сараларын асып ебәргән Төрки донъяһы халыҡтарының бейеүҙәре фестивалендә 15 илдән 30 коллектив ҡатнашты. Рәсәйҙән унда төрки телле төбәктәрҙең 12 ансамбле юлланғайны. ТӨРКСОЙ вәкилдәре билдәләүенсә, әлеге фестиваль — ябай концерт ҡына түгел, ә төрки телле донъяның үҙе хаҡында танытыу алымы. Иҫкешәһәрҙә байрам әле лә дауам итә.
Автор: Р. ХӘСӘНОВ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb