“Ғүмер үҙе серле, моңло…”

“Ғүмер үҙе серле, моңло…”
29 октябрҙә М. Ғафури исемендәге БДАД театында билдәле шағирә Гөлфиә Юнысованың ижад кисәһе уҙасаҡ. Уны ойоштороусолар “Ғүмер үҙе серле, моңло…”, тип атаған. Театр коллективы үҙенең бар булған көсөн һалып ошо сара уңайынан концерт әҙерләй. Концертта өлкән быуын артистары Гөлли Мөбәрәкова, Гүзәл Маликова, Миңзәлә Хәйруллина, Илһөйәр Ғәзетдинова, Шәүрә Дилмөхәмәтованың сығыштарын ҡарап ял итә алһағыҙ, Светлана Хәкимова, Нурия Ирсаева, Илдар Ғүмәров, Рәүис Заһитов, Суфия Ҡорбанғәлиева, Сәғиҙулла Байегет, Азамат Ғафаров, Алһыу Ғәлина, Диләрә Иҙелбаева, Фирүзә Париж, Ирада Фазлаева, Артур Ҡунаҡбаев, Юнир Ҡоланбаев кеүек йәш артистарҙың сығыштары йөрәгегеҙгә дәрт өҫтәр. Тамашаның авторы һәм режиссеры Хөрмәтулла Үтәшев. Яҙыусының күңел донъяһы емештәре, ижад иткән йырҙарҙан төҙөлгән матур тамашаның уртаһында булырға саҡырабыҙ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb