«Зөбәржәт ҡала тылсымсыһы» әкиәтенә рәхим итегеҙ!

«Зөбәржәт ҡала тылсымсыһы» әкиәтенә рәхим итегеҙ!
Режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев ҡуйған әкиәт бәләкәстәр өсөн ысын мәғәнәһендә яңылыҡ һәм баш ҡаланың бик күп ҡыҙҙары һәм малайҙары уны, моғайын да, ҡабат -ҡабат ҡарарға килер. Әкиәттәге сәхнә биҙәлеше үҙе ни тора! Анимация, заманса тауыш һәм яҡтылыҡ эффекты, сағыу костюмдар, актерҙарҙың сәхнәнән бөркөлгән ихласлығы, эскерһеҙ уйыны, дәртле йыр һәм бейеүҙәр, персонаждарҙың тамашасы менән аралашыуы- барыһы лы әкиәткә ҡабатланмаҫ төҫ бирә. Был спектаклдә балалар өсөн ҡайһы бер әкиәттәрҙән айырмалы рәүештә тәрбиә ялҡытҡыс өгөт-нәсихәт аша түгел, ә бөгөнгө тиктормаҫ кескәйҙәр үҙҙәре аңлап һығымта яһарлыҡ, ауыҙ асып ҡарарлыҡ кимәлдәге уйын аша бирелә. Әкиәт балаларға ғына түгел уларҙың ата-әсәләренә лә бик ҡыҙыҡлы буласаҡ. Балалар өсөн әкиәтте 2015 йылдың 23 декабренән 2016 йылдың 10 ғинуарына тиклем ҡарарға була. Тамаша ваҡыты – 10.00, 13.00, 15.30

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb