Зекериә Аҡназаров – башҡорт халҡының бөйөк улы

Зекериә Аҡназаров – башҡорт халҡының бөйөк улы
Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә арҙаҡлы шәхесебеҙ Зекериә Аҡназаров хаҡында китап донъя күрҙе. Баҫма республика үҫеше өсөн ҙур өлөш индергән шәхестең эшмәкәрлеген, тормош юлын, холоҡ-фиғелен асыу маҡсатын ҡуя. Унда Зекериә Шәрәфетдин улының хеҙмәттәштәре, замандаштары, уға рәхмәтле булған кешеләрҙең фекерҙәре лә тупланған.
Оло дәүләт эшмәкәре мәктәп уҡытыусыһынан алып Хөкүмәт рәйесенә тиклем һоҡланғыс тормош юлы үтә. Зекериә Аҡназаров тыуған Башҡортостаны менән бергә үҫә, уның үҫеше өсөн алһыҙ-ялһыҙ хеҙмәт итә. Бар булмышы менән иҫ киткес ябай, кешелекле, кеселекле, тыуған ерен яратҡан шәхес булды.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb