«Юлдаш йыры» республика фестиваль-конкурсының гала-концерты

«Юлдаш йыры» республика фестиваль-конкурсының гала-концерты

18 —19 ноябрҙә, «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында, «Юлдаш йыры» республика фестиваль-конкурсының гала-концерты уҙасаҡ.

«Юлдаш йыры конкурсы тәүге тапҡыр һәләтен күрһәтергә теләүселәргә оло сәхнәгә күтәрелеү мөмкинлеге бирә. Быйылғы сара “Юлдаш” радиоһының эфир киңлектәренә сығыуына 11 йыл тулыу уңайынан ойошторола. Бәйге икенсе йыл ғына уҙғарылыуға ҡарамаҫтан, халыҡ араһында ҙур хуплау табып өлгөрҙө.

Фестиваль-конкурстың маҡсаты – Башҡортостанда ғына түгел, унан ситтә йәшәүсе башҡорт һәм татар башҡарыусылары араһынан таланттарҙы эҙләү, тамашасыларға күңелле байрам ойоштороу, йыр сәнғәтен артабан үҫтереү.

Конкурсанттарҙың иң йәшенә –16, иң олоһона – 60 йәш.

Шулай уҡ концертта башҡорт-татар эстрадаһы йондоҙҙарының сығыштары көтөлә.

«Башҡортостандың мәҙәниәт донъяһы» порталы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb