Юбилей бенефисы

Юбилей бенефисы
23 май Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залында Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Нәзифә Ҡадырованың юбилей бенефисы үтә. Тамашаның режиссеры – Илшат Фәхертдинов.
Нәзифә Ҡадырованың исеме республикала ғына түгел, сит илдәрҙә лә киң билдәле. Йөҙәрләгән тамашасыны әсир иткән моң эйәһенең репертуары бай йөкмәткеле: халыҡ йырҙары, романстар, эстрада әҫәрҙәре. Нәзифә Жәүит ҡыҙын айырып торған үҙенсәлек - ул тыуҙырған образ. Һәр йырҙы йөрәге аша үткәреп, тетрәндергес итеп башҡара ул. Йөрәктән сыҡҡан моң йөрәктәрга барып етә. Бына нисә йыл инде йырсы яратҡан филармонияһында ең һыҙғанып ижад итә. Әле сираттағы юбилейын да ул туған ижад йортонда яратҡан тамашасылары менән үткәрәсәк. Нәзифә Ҡадырова менән бергә моңланғығыҙ килһә, рәхим итегеҙ!
Башлана 19.00 сәғәттә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb