Яңы күргәҙмә асылды

Яңы күргәҙмә асылды
Өфө халҡын һәм ҡунаҡтарын яңы ҡыҙыҡлы фотокүргәҙмә көтә – Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында төрлө йылдарҙа үткән футбол буйынса донъя чемпионаттарында планетаның иң яҡшы фотографтары төшөргән иң сағыу һәм уникаль кадрҙарҙан төҙөлгән «Ҙур спорт. Футбол» күргәҙмәһе үҙ ишектәрен асты. 
Өфөлә уны «Рәсәй 2» телеканалы ойоштора. Баш ҡалабыҙҙан тыш, күргәҙмә бер ук ваҡытта Ҡазан, Ярославль, Түбәнге Новгород, Краснодар, Екатеринбург, Волгоград, Новосибирск, Пермь һәм Костромала үтә.
«Ҙур спорт. Футбол» әлеге ваҡытта Бразилияла барған донъя чемпионатына арнала, ул ағалы-ҡустылы Люмьер исемендәге Фотоһүрәттәр үҙәге ярҙамында ойошторола.
Экспозиция нигеҙендә 1930 йылдарҙан алып төшөрөлгән рәсемдәр ята.
Күргәҙмә 18 июнь асылды һәм рәсемдәр менән ай дауамында БДПУ-ның Аҡ залында танышырға була. Футбол һөйөүселәр, рәхим итегеҙ!

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb