Тән зиннәте – кейем

Тән зиннәте – кейем

Ҡала мәҙәниәт һарайында сәхнә кейемен етештереүсе предприятиелар һәм оҫталар өсөн «Селтәр-2011″ исемле башҡорт сәхнә костюмдарының республика күргәҙмә-конкурсы ойошторолдо. Милләтебеҙҙең кейем-һалымы менән тәрән ҡыҙыҡһыныусыларҙы мәҙәниәт усағында күпләп күреүебеҙ байтаҡ нәмә тураһында һөйләй.

Сәхнә кейемен тегеүселәрҙе дәртләндереү, тәжрибә уртаҡлашыу, оҫталарҙы асыҡлау, күркәм йоланы киләһе быуынға еткереү ине сараның маҡсаты.

Башҡорт сәхнә костюмы фестивале тәүге тапҡыр ойошторолоуға ҡарамаҫтан, фестивалгә халыҡтың эркелеп килеүе сәхнә кейеменә ҡыҙыҡһыныуҙың һис тә кәмемәүен аңлатты. Программа ла шул тиклем бай төҙөлгән, шуның өсөн ойоштороусыларға афарин тиергә генә ҡала.

Башҡортта «тән зиннәте – кейем» тигән мәҡәл бар. Ғөмүмән, башҡорттоң үҙенсәлекле кейеменә кемдәр генә һоҡланмаған!

Фойела ойошторолған бай күргәҙмәлә халҡыбыҙҙың боронғо ҡышҡы һәм йәйге кейемдәре менән олоһо ла, кесеһе лә яҡындан танышты. Ниңә улар нәҡ ошо стенд янында күп? Пенсионер Флорид Ковалев әйтеүенсә, башҡорттоң йәйге кейемдәре ифрат уңайлы тегелгән, бүтән милләттән булһа ла, үҙе лә кейеп ҡарағаны булған. Сибайҙан Асия Ғәйнуллинаның фекеренсә, һуңғы ваҡытта кейемдәребеҙгә әҙме-күпме үҙгәрештәр индерелеүе борсолоу тыуҙыра, был йәһәттән замана еленең дә тәьҫире юҡ түгел. Иң мөһиме – теләһә ниндәй шауҡымға бирешергә ярамай! Ул элек башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының уңайлы оҙон балаҡлы салбар кейеп йөрөүен миҫалға килтерҙе.

Шулай уҡ күркәм муйынсаҡ, алтын беләҙек, ебәк селтәр, талир тәңкәле сулпы, көмөш ҡәмәр, тупый ҡашмау һәм башҡа әйберҙәр күҙҙең яуын алырлыҡ. Бөхтә кейемдәге ҡурсаҡтар кескәйҙәрҙең күңелен тамам әсир итте. Йәнә зат-ырыуҙаштарыбыҙҙың көн дә кейгән һәм ҡунаҡ кейемдәре сифатлы туҡыманан килешле тегелеп, һәр кемде хайран итте.

«Башҡорт сәхнә костюмы» тигән «түңәрәк өҫтәл»дән һуң иң-иңдәрҙе бүләкләү тантанаһы булды. Оҫталар исемлегендә Балаҡатайҙан Венера Ғәлиәкбәрованы һәм Учалынан Гүзәл Үҙәнбаеваны күреү бигерәк тә шатлыҡлы ине.

Илдар Аҡъюлов

«Башҡортостан» гәзитенән

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb