«…Тыуған йылдарыбыҙ ҙа бер, яҙмыштар ҙа уртаҡ»

«…Тыуған йылдарыбыҙ ҙа бер, яҙмыштар ҙа уртаҡ»
19 октярбҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры, драматург Мостай Кәримдең тыуған яғы Шишмә районы Шишмә ҡасабаһында Башҡорт дәүләт академия драма театрының 95 йыллығы һәм шағирҙың тыуыуына 95 йыл тулыуға арналған «...Тыуған йылдарыбыҙ ҙа бер, яҙмыштар ҙа уртаҡ» тип аталған ҙур театраль тамаша үтте. Театрҙың Шишмәлә ойошторған был сараһы ысын мәғәнәһендә Мостайҙың бөйөк рухына сорналған халыҡ байрамына әйләнде. Баш театрҙың үҙенең һәм сәхнәһендә пьесаларының һәр береһе барған мәшһүр драматург, шағир һәм йәмәғәт эшмәкәренең тыуыуына 95 йыл йыл тулыуҙы шулай ололап билдәләүе бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Шағирҙың мәшһүр сәхнә оҫталары уҡыуындағы шиғри һүҙе был көндө тамаша залына һыймай, асмандарға ашты, шағир һүҙҙәренә яҙылған йырҙар йөрәктәрҙе йөрәктәргә бәйләне, ә Мостай Кәрим пьесаларынан күренештәр уйландырҙы ла, көлдөрҙө лә.
Шишмә район Мәҙәниәт һарайына был көндө яҡташтарының шәхесенә, бай мираҫына битараф булмаған бик күп тамашасылар, район етәкселәре йыйылғайны. Тамашанан һәр кем бай тәъҫораттар алып, яҡташтары өсөн ҙур ғорурлыҡ хисе менән «Еребеҙ Мостай Кәрим «ҡалдырғанса» түп-түңәрәк, ҡояшыбыҙ сатнамаған килеш янһын», - тигән изге теләктә, рухланып, илһамланып, театрға ҙур рәхмәттәр әйтеп таралашты.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb